

Туймазыла йәшәгән Илназ Дәүләтовтың яҙмышы барыбыҙҙың күҙ алдында. Беҙ уның һәр уңышы өсөн һөйөнәбеҙ, рух ныҡлығына, тормошто һөйөүенә, ҡаршылыҡтарҙы еңә белеүенә һоҡланабыҙ. Әлбиттә, уның тормошонда ҙур терәк булған ата-әсәһенә рәхмәтебеҙ, хөрмәтебеҙ сикһеҙ. Электр тогынан һуғылып, ике ҡулынан яҙған малай батырлығы менән барыбыҙҙы хайран ҡалдыра.
Бына ул йәнә сираттағы еңеүен яуланы. Өфөлә терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында еңел атлетика буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй ярыштарында ул алтын миҙал яуланы. 400 метрлыҡ дистанцияны барыһынан да тиҙерәк үтте. Ә 200 метрға йүгереүҙә бронза яуланы.
Туймазылар яҡташтарының һәр аҙымын күҙәтеп барып, уны хуплап, уңыштарына ҡыуанып, социаль селтәрҙә әллә күпме дәртләндереү һүҙҙәре ҡалдырған. Илназдың тренерына ла маҡтау һүҙҙәре байтаҡ яңғыраған. Йәш спортсыға һаулыҡ, уңыштар, ата-әсәһенә сабырлыҡ һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Фото:”Туймазинский вестник” гәзите.