

«МХО яугире Илья Красноусолдан һөйгән ҡыҙы Аделина менән сәстәрен сәскә бәйләне. Йәштәрҙе ысын күңелдән ҡотлайым! Оҙаҡ йылдар бергә бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем! Бер-берегеҙгә ышаныслы терәк булығыҙ», — тигән теләктәрен еткерә Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов.
Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер юлы 2 миллион һумдан күберәк аҡса түләнә, айына 210 мең һумдан ашыуыраҡ хеҙмәт хаҡы, шулай уҡ ғаилә өсөн 40-тан ашыу льгота ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт башбат.рф сайтында.
Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото:Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитовтың телеграм-каналы