

Ғафури районының Табын ауылынан 10 йәшлек малай күптән түгел икенсе класты тамамлаған. Ә бөгөн, 14 июндә, ата-әсәһенә уның һәләк булғаны тураһында хәбәр килә. Малай Ағиҙел йылғаһының махсус йыһазландырылмаған пляжында һыу ингән ваҡытында батып үлә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бала әсәһенең рөхсәтенән тыш һыу инергә киткән. Һәм, ҡыҙғанысҡа күрә, батып үлгән. Уҡыусының кәүҙәһе әле табылмаған. Урында водолаздар эшләй.
Кисә генә республика йылғаларында дүрт кеше, шул иҫәптән ике бала батҡайны. Ҡыҙғанысҡа күрә, бәхетһеҙ осраҡтар дауам итә. Балаларҙы яңғыҙҙарын һыу буйына ебәрмәгеҙ!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.