

Башҡортостандан 300-ҙән ашыу турист бер тәүлек инде Мысырҙан ҡайта алмай. Сәбәбе – Иран менән Израиль өҫтөндә һауа юлы ябыҡ.
“Ябыуҙың маҡсаты – пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге. Бөгөн Бен-Гурион аэропортынан осорға тейешлеләргә аэропортҡа килмәҫкә, өйҙә ҡалырға тәҡдим итәбеҙ”, – тип хәбәр иткәндәр Израилдең транспорт министрлығынан. Шундай уҡ мәғлүмәтте Иран властары ла рәсми баҫтырып сығарған.
Ҡатмарлы хәлгә тарығандар араһында Башҡортостан кешеләре лә бар. 13 июндә 22.30 сәғәттә 300-ҙән ашыу турист Шарм-эль-Шейхтан Өфөгә осорға тейеш булған. Әммә пассажирҙарҙы кире төшөрөп, отелгә урынлаштырғандар. Хәбәр итеүҙәренсә, яҡташтарыбыҙ бөгөн Өфөгә осорға тейеш. Килеп етеү ваҡыты 23.20 сәғәт тип билдәләнгән.
Башҡортостандың Траспорт министрлығы шулай уҡ FlyDubai авиакомпанияһының Өфөнән һәм Өфөгә рейстарының туҡтатылып тороуы тураһында хәбәр итә.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото: Гөлнур Артыҡаева