Новости
11 Июнь 2025, 14:50

ЧЕ ГЕВАРАНАН ҺӘЙКӘЛ

Ни өсөн махсус хәрби операция ветераны һәйкәлдәр эшләй

Күптән түгел ҡалабыҙҙың Әхмәтзәки
Вәлиди исемендәге скверында махсус хәрби операция яугирҙарына
бағышланған һәйкәлгә һуңғы нөктә
- ҡыҙыл йондоҙ ҡуйылды. Көндөҙ
ул ҡояштан яҡтылыҡ алып, төнөн
мәңгелек ут кеүек, нурланып тора.
Ошоға оҡшаш һәйкәл Петровск ауылында ла барлыҡҡа киләсәк. Был
мемориалдарҙың нисек барлыҡҡа
килеүе тураһында махсус хәрби
операция ветераны Че Гевара
ҡушаматын йөрөтөүсе Ришат Исламшин һөйләне.

Тере таш

– Луганск Халыҡ Республикаһының Красный
Луч ҡалаһында хеҙмәт иткәндә Башҡортостан
егеттәре менән таныштым, – тип һүҙ башланы скульптор. - Тиҙ дуҫлаштыҡ, уларға үҙ тормошом, реставрациялау менән мауығыуым
хаҡында һөйләнем. Бер аҙҙан Ишембайҙа
бронза һәйкәл ҡуйырға ниәтләнеләр һәм
кәңәш һорап миңә мөрәжәғәт иттеләр. Ишембай районы хакимиәтенең эштәргә идарасыһы
Наил Байрамғолов шылтыратҡас, таштан ябай
символлы һәйкәл ҡуйырға тәҡдим иттем.
Ниәтләнгән эш, бөткән эш. Таштың уң яҡ
өлөшөнә ҡыҙыл йондоҙ, уртаһына Z хәрефе
урынлаштырыла. Һөҙөмтәлә, ҡыҫҡа, әммә
мәғәнәле яҙыу килеп сыға. Йәнәшәлә тағы
ике таш бар - унда махсус хәрби операция тамамланғас, Ишембай районынан
һәм ҡалаһынан һәләк булған егеттәрҙең
исемдәре яҙыласаҡ. Таштар Ҡолғона юлынан
килтерелгән.

- Бар матурлыҡ ябайлыҡта. Ни тиклем ябай
булған һайын, шул тиклем яҡшыраҡ. Таштар
ҙа тын ала, йәшәй. Хәҙер ул мемориалдың
бер өлөшө булып тора. Бәлки яуҙа вафат булған егеттәр ошо таштар эргәһенән
ҡасан да булһа үткәндер. Был таш — һәләк
булғандарҙы тереләр менән бәйләүсе еп,
киткән һалдаттарҙы хәтерләтеп тороусы символ, - ти ветеран.
Алдағы көндәрҙә Петровск ауылында ла Z хәрефле һәм ҡыҙыл йондоҙло
һәйкәл ҡуйыласаҡ. Ул да Ишембай районында табылған таштан эшләнәсәк. Герой
белдереүенсә, һәйкәлдәрҙең бер-береһенән
айырмалығы әҙ генә.

- Ауылда торналар эшләп ҡуясаҡбыҙ, улар
елгә әйләнеп торасаҡ. Шәхси эшҡыуар Геннадий Лейтер ярҙам ҡулы һуҙып, материалдар
менән тәьмин итте, - ти махсус хәрби операция ветераны.
Ришат Исламшин ҡала халҡының һәйкәлде
йылы ҡабул итеүҙәрен әйтте.

- Мемориал ҡуйылғандан һуң бер йыл
самаһы ваҡыт үтте, ул шул килеш матур тора.
Даими рәүештә тере сәскәләр һалалар. Алғы
һыҙыҡтан ялға ҡайтыусы һалдаттар йыйылып, иптәштәрен иҫкә ала. Һәйкәлгә булған
хөрмәттәрен күреп минең дә күңелем шатлана, - ти ул.

Махсус хәрби операцияла реставратор

Ришат Исламшин Донецк Халыҡ Республикаһына тәүге тапҡыр 2014 йылда
күңеле ҡушыуы буйынса юллана. Һуңынан,
2022 йылдың 10 майында ул билет һатып
алып, Ставрополь, Пятигорск аша махсус
хәрби операцияға бара. Алғы һыҙыҡта бер
йылдан ашыу хеҙмәт итә. Хәрби бурыстарын
үтәүҙән тыш, буш ваҡытында комбат рөхсәте
менән һәйкәлдәрҙе реставрациялай. Кременная ҡалаһында үҙ аҡсаһына ике обелискты
тергеҙә.

- Хеҙмәтем тамамланғас, был шөғөлөмдө
ташламаным. Былтыр Луганск Халыҡ
Республикаһының Петровское ҡалаһында
Шайморатов генералдың һәйкәлендә булдым. Интернеттан 100 төп роза сәскәләре
һатып алдым. Башҡортостанда билдәле
шәхес Рөстәм Әхмәҙинуров минең был
хаҡта яҙғанымды уҡып, тағы ла 50 төп роза
алып килде. Вайымһыҙ булмаған кешеләр
иһә 25 төп сәскә һатып алды. Бергәләшеп
шул сәскәләрҙе ултырттыҡ. Өфө районы
хакимиәте башлығы Николай Мельников буяу
менән ярҙам итте. Һөҙөмтәлә, ике һәйкәлде
таҙартып, буяп, рәткә килтерҙем. Яҡты булып торһон өсөн, прожекторҙар ҡуйҙыҡ, - ти
мәҡәләм геройы.

Ришат Исламшинға махсус хәрби операцияла хеҙмәте ваҡытында байтаҡ һәйкәлдәр
тергеҙергә тура килә. Ҡайһы ваҡыт иптәштәре
үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, бушлай
эшләп йөрөгәне өсөн уға аптырап та ҡарайҙар.
Әммә, геройыбыҙ фекеренсә, был мемориалдар үткәндәр тураһында хәтер һаҡлай, атабабаларыбыҙҙың хәрби юлы хаҡында һөйләй.
Уларҙы тарих өсөн һаҡларға кәрәк.

Ни өсөн “Че Гевара”?

- Латин Америкаһында Эрнесто Че Гевара тигән революционер йәшәгән. Ул ярлы,
йәберһетелгән кешеләрҙе яҡлаусы, изге
күңелле кеше булған. “Әгәр ғәҙелһеҙлекте
күрәһең икән, һәм йөрәгең быға түҙмәй икән,
тимәк, һин миңә иптәш”, тигән ул. 2014 йылда был ҡушамат миңә ныҡлап йәбеште.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, ҡаты алыш ваҡытында
иптәштәремә тыуған көнөмә тиклем йәшәһәм
ярар ине (ә уға ике аҙна ғына ҡалған ине) тип
әйтеп ысҡындырҙым. Шунда бер яуҙашым:
“Че Гевара ла 14 июндә тыуған! 1967 йылда
ул һәләк булған”, тине. Ә минең тыуған йылым
нәҡ 1967 йыл.

Матвей өсөн скутер

Һуғыш эпизодтары тураһында ветеран
ул тиклем һөйләргә яратмай. Шулай ҙа ун
йәшлек шуҡ малай Матвей тураһында ҙур
кинәнес менән бәйән итте.

- Был хәл минең хеҙмәтем яңы ғына
башланған саҡта, Лисичанскиҙы штурмлағанда булды, - ти Че Гевара. - Матвейка
емерелеп бөткән велосипедта йөрөй ине.
Беҙ егеттәр менән тирә-яҡтан запас частар
эҙләп табып, ике велосипедтан берҙе йыйып,
малайға бүләк иттек. Бер аҙҙан уға ағас автомат та тотторҙоҡ. Матвей юлдарҙа үҙенең
шәхси блокпосын эшләп, тәртипте күҙәтте.
Һуңыраҡ бер әбейҙән боҙолған скутер һатып
алдыҡ, гуманитар ярҙам ташыусылар запас
частар алып килде. Йүнәтеп, йыуып, Матвейға
бүләк иттек. Малайҙың нисек шатланғанын
күрһәгеҙ! Рәхмәт йөҙөнән ул өләсәһенән
бәлеш бешертеп, беҙгә килтереп бирҙе.

Ышанығыҙ һәм көтөгөҙ

Ришат Исламшин — үҙешмәкәр скульптор, уның махсус белеме юҡ. Һәйкәлдәрҙе
2014 йылда Донецк өлкәһендә булғандан
һуң тергеҙә башлай. Әммә ул һәр эшен бар
күңелен һалып башҡара.

- Минең өсөн хәтер бик мөһим, - ти ул. - Контрактын тамамланған яугир тыуған төйәгенә
ҡайтыр. Ә бында барыһы ла элеккесә: магазин, мәктәп эшләй, транспорт йөрөй.
Һуғыштан һуң кешегә был тыныс тормош башта сәйер тойолор. Мемориалды күргәс, тыуған
илендә уны һәм яуҙаштарын онотмауҙарын,
халыҡтың уларға рәхмәтле булыуын аңлар,
күңеле тынысланыр, - ти ветеран.

Әңгәмәсем яугирҙар хөрмәтенә һәйкәлдәр
ҡуйыу мөһим булыуын, әммә шул уҡ ваҡытта
модаға эйәреп, ҡиммәтле материалдар
менән артыҡ мауығырға ярамай икәнлеген
белдерҙе. Скульптор фекеренсә, һәйкәлдәр
халыҡсан булһын. Унда яугирҙар үҙҙәре лә,
туғандары ла, битараф булмаған кешеләр ҙә
үҙ өлөштәрен индерергә тейеш.

- Мөмкинселектән файҙаланып, һалдаттарыбыҙға шуны әйтеп үтәм. Иҫәнһау ҡайтығыҙ, үҙ аяҡтарығыҙҙа тыуған
йортоғоҙҙоң тупһаһын атлап үтегеҙ, үҙ
ҡулдарығыҙ менән туғандарығыҙҙы һәм
яҡындарыҙҙы ҡыҫып һөйөгөҙ. Ә бындағылар
яугирҙар өсөн доға ҡылығыҙ. Кем мәсеттә,
кем сиркәүҙә. Беҙгә бары тик ышанырға һәм
көтөргә генә кәрәк, - тип белдерҙе Ринат Исламшин.


Арина РОМАНОВА

Автор:
Читайте нас