

«Миндә БДИ буйынса тәүге мәғлүмәт бар: тарих, әҙәбиәт һәм химия фәндәренән һөҙөмтәләр килде. Беҙҙә 72 уҡыусы йөҙ балл йыйған. Афарин, ҡотлайым. Уҙған йылғы һөҙөмтәләрҙән күпкә юғарыраҡ. Белем биреү сифатының артыуын күрәбеҙ. Балаларға уңыштар теләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 2775 кеше химиянан һынау тотҡан, 68 уҡыусы 100 балл туплаған, ә былтыр ошо предметтан 52 уҡыусы йөҙ балға яҙған. Ә 730 уҡыусы 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған.
Тарихтан 1538 кеше БДИ яҙған. Өс уҡыусыныҡы – 100 балл. 251 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыйған.
Әҙәбиәт буйынса 536 кеше имтихан тапшырған. Береһе 100 балл туплаған, 32 уҡыусының иһә 81 балдан күберәк.
Фото редакция архивынан