

Аллаһы Тәғәлә илебеҙгә, тыуған еребеҙгә тыныслыҡ, муллыҡ, донъяларыбыҙға бәрәкәт, милләт-ара дуҫлыҡ бирһен! Барыбыҙҙы ла аҙашыуҙан һаҡлап, тура юлына - Һиҙәйәтенә күндереп, бәхетле мосолмандарҙан итһен! Балаларыбыҙға, ейәнейәнсәрҙәребеҙгә, бүлә-бүләсәрҙәребеҙгә иман байлығы, тәүфиҡ-истиҡамәттәре насип булһын! Раббыбыҙ динебеҙгә ҡеүәт, халҡыбыҙға тәүфиҡ, түрәләребеҙгә миһырбанлыҡ, ололарыбыҙға хәйерле ҡартлыҡ, фәҡир-мохтаждарыбыҙға еңеллек һәм киң ризыҡ бирһен!
Ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын!
Илнур хәҙрәт ҒИНИӘТУЛЛИН, Ишембай районы мосолмандары мөхтәсибе һәм Ишембай ҡалаһы йәмиғ мәсетенең имам-хатибы.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина