Новости
3 Июнь 2025, 16:57

Өс район халҡына урманға йөрөү тыйылды

Әбйәлил, Бөрйән һәм Баймаҡ райондарында йәшәүселәргә махсус янғынға ҡаршы режим ваҡытында урмандарға йөрөү тыйылды. Бындай бойороҡҡа урман хужалығы министры ҡул ҡуйҙы.

Өс район халҡына урманға йөрөү тыйылдыӨс район халҡына урманға йөрөү тыйылды
Өс район халҡына урманға йөрөү тыйылды

Тыйыу ғәмәлдә булған ваҡытта урмандарҙа егерҙәр һәм полицейскийҙар патруль ойошторасаҡ. Янғынға ҡаршы режимды боҙған кешеләр өсөн штраф күләме 40-50 мең һум, ә юридик шәхестәр өсөн – 600 меңдән 1 миллион һумға тиклем тәшкил итә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2025 йылдың 18 апреленән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә. Был ваҡытта хатта дача участкаларында ла усаҡ яғыу тыйыла. Кәрәк булғанда властар өҫтәмә саралар индерергә хоҡуҡлы. Йыл башынан Башҡортостанда йәмғеһе 25 гектарҙан ашыу майҙанда 10 урман янғыны һәм 1200 гектарҙан ашыу майҙанда 271 ҡоро үләндең яныуы теркәлгән. Күпселек осраҡта янғындың сәбәбе булып кеше эшмәкәрлеге тора.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас