Новости
2 Июнь 2025, 17:19

Пациенттарҙы ашатып ҡайтып барғандар

Өфөлә ҡурҡыныс аварияла ике ғүмер өҙөлдө.

Пациенттарҙы ашатып ҡайтып барғандарПациенттарҙы ашатып ҡайтып барғандар
Пациенттарҙы ашатып ҡайтып барғандар

Бөгөн Өфөлә Сипайлово урамында дүрт автомобиль бәрелешкән, уларҙың икәүһе – пассажирҙар өсөн тәғәйенләнгән Нефаздар. Был хаҡта Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итте. Юл полицияһы булған хәлде тикшерә.

Ҡотҡарыусылар республика клиник фтизиопульмонология үҙәгенә ҡараған УАЗ-дан ике һәләк булған кешене һөйрәп сығарған, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, был аварияла республика клиник фтизиопульмонология үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәләк булған. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

УАЗ-да водитель һәм ашхана хеҙмәткәре пациенттарға киске аш килтерә һәм кире аҙыҡ блогына ҡайтып барғанда аварияға осрай.

"Һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтәсәкбеҙ", - тине министр Айрат Рәхмәтуллин.

 

Фото: ГАИ. 

Альфия Мингалиева

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас