Новости
1 Июнь 2025, 11:00

Боронғо фолианттарҙы Өфөләге китап йәрминкәһендә табырға мөмкин

Федоровка районының Оло Сытырман ауылынан умартасы Мортаза Солтанғолов «Китап-Байрам» йәрминкәһенә күп йылдар йыйған умарталар һәм боронғо китаптар коллекцияһын алып килде.

Боронғо фолианттарҙы Өфөләге китап йәрминкәһендә табырға мөмкинБоронғо фолианттарҙы Өфөләге китап йәрминкәһендә табырға мөмкин
Боронғо фолианттарҙы Өфөләге китап йәрминкәһендә табырға мөмкин

Шундай китаптарҙың береһе - уның олатаһы Яхья Ғәбделхәлим улыныҡы. Ул "Тәфсир" тип атала, 1886 йылда нәшер ителгән. Мортаза Солтанғолов өсөн был баҫма олатаһының ҡулы менән яҙылған мәғлүмәттәр күрһәтелеүе менән бик ҡиммәле. Унда уңыш, һауа торошо, балалар тыуыуы, яҡындарының үлеме кеүек яҙмалар теркәлгән.
Мортаза Солтанғолов коллекцияһында 1868 йылда баҫылған китап та бар. Ул Стәрлебаш районының Мостафа ауылынан Рәхим Уразовтыҡы. Был китаптың ситендә ауыл өҫтөндә бер ни тиклем ваҡыт күктә эленеп торған һәм юғалған серле объекттың күренгәне тураһында яҙма бар.
Мортаза Солтанғолов умартасы нәҫеленән. Ун биш йыл элек олатаһының солоҡсолоҡ эшен тергеҙә башлай.
Инвентарҙы ла ул үҙе эшләй һәм башҡорттарҙың юрматы ырыуы тамғаһы менән билдәләй.

Боронғо фолианттарҙы Өфөләге китап йәрминкәһендә табырға мөмкин
Боронғо фолианттарҙы Өфөләге китап йәрминкәһендә табырға мөмкин
Автор:
Читайте нас