Новости
27 Май 2025, 08:23

Республикала 18 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария бөгөн иртән Көйөргәҙе районындағы Ермолаевка — Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлында теркәлгән.

Республикала 18 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгәнРеспубликала 18 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән
Республикала 18 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән

«Лада Гранта» рулендәге йәш водитель идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан һәм машинаһын ауҙарған. Ул ваҡиға урынында йән биргән. Егеттең водитель таныҡлығы булмаған.

Әлегә ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото:Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы

Автор:Ксения Калинина
Читайте нас