Новости
25 Май 2025, 12:00

1 июнгә биш мең һумлыҡ балалар аҡсаһы булмай

Балаларҙы яҡлау көнөнә һәр бер балаға биш мең һум аҡса түләнә тигән хәбәр алдығыҙмы?

1 июнгә биш мең һумлыҡ балалар аҡсаһы булмай1 июнгә биш мең һумлыҡ балалар аҡсаһы булмай
1 июнгә биш мең һумлыҡ балалар аҡсаһы булмай

Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар ата-әсәләрҙе Балаларҙы яҡлау көнөнә һәр бер балаға биш мең һум аҡса түләнә тип алдай. Улар 1 июнгә ошондай сумма тейеш тип телефонға ебәргән хәбәргә ялған закон проекты скриншотын беркетә. Ысынында бындай ҡанун юҡ.

Хәбәрҙә һылтанма аша күсергә тәҡдим итәләр, уға баҫһағыҙ, мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгәһегеҙ ҙә инде.

Бер ниндәй ҙә түләмдәр ҡаралмаған, яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ: һылтанма аша күсмәһендәр.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас