Новости
22 Май 2025, 07:30

Республикала йәшен утынан янғын сыҡҡан, бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Миәкә районының Күл-Ҡуңҡас ауылында кисә мал һарайын йәшен атҡан. Ағас аҙбар шунда уҡ янып киткән.

Республикала йәшен утынан янғын сыҡҡан, бер ҡатындың ғүмере өҙөлгәнРеспубликала йәшен утынан янғын сыҡҡан, бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән
Республикала йәшен утынан янғын сыҡҡан, бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғында һыйырын ҡотҡарырға маташҡан 58 йәшлек хужабикәнең ғүмере өҙөлгән, малҡай ҙә һәләк булған. Ялҡын ялмап алған ҡыйыҡ уларҙың өҫтөнә емерелеп төшкән.

Ведомствола белдереүҙәренсә, ошо уҡ муниципалитеттың Исламғол ауылында ла шундай осраҡ булған. Бәхеткә, бында ҡорбандар юҡ.

Автор:Иван Вавилов
Читайте нас