Новости
17 Май 2025, 19:33

Кәүҙәләре гаражда табылған...

Әсәһе менән ике бәләкәй ҡыҙҙы 8 майҙан таба алмайҙар ине.

Кәүҙәләре гаражда табылған...Кәүҙәләре гаражда табылған...
Кәүҙәләре гаражда табылған...

Һарытауҙа ҡурҡыныс хәлгә юлыҡҡандар: бер гаражда өс йәнһеҙ кәүҙәне: 29 йәшлек ҡатынды һәм уның 3 һәм 5 йәшлек ҡыҙҙарын тапҡандар. Ике бала “Жигули” машинаһында, ә ҡатын тышта машинанан алыҫта та түгел ерҙә ятҡан. Был турала “Комсомольская правда” хәбәр итә.

Был ғаилә тураһында шулар билдәле: ҡатын ике балаһы менән ҡаланың үҙәгендә йәшәгән. Ул 8 майҙан алып туғандары менән бәйләнешкә инмәгән. Бер нисә көн хәбәр булмағас, әсәһе полицияға килеп уларҙың юғалыуы тураһында ғариза яҙа. Оҙаҡ эҙләгәндән һуң уларҙың гаражы барлығы иҫенә төшә, һәм ысынлап та уларҙы бында табалар...

Тәүҙә уларға ҡарата көс ҡулланыу тойолмағас, был хәлде бәхетһеҙ осраҡ – газ менән ағыуланып үлгәндәр тиһәләр, һуңынан тикшереүселәрҙең фекере үҙгәргән һәм үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Кемде ғәйепләгәндәре әлегә билдәһеҙ ҡала. Ҡатын тәүҙә ике балаһының ғүмерен ҡыйып, шунан үҙенә ҡул һалған, тигән фараз да өйрәнелә.

Үлгән ҡатындың ире тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт шундай: уның социаль селтәрҙәрҙәге яҙыуына ҡарағанда, ул МХО биләмәһендә. Таныштары һөйләүенсә, ир фермерлыҡ менән шөғөлләнгән, һуңынан Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә уйлаған. Ғаиләһе юғалған ваҡытта Һарытауҙа булғанмы-юҡмы - аңлашылмай.

Әлегә тикшереү бара, бөтә деталдәр асылмай, шуның өсөн һуңғы һөҙөмтәне әйтергә иртәрәк.

 

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас