

Икенсеһе лә дауаханала йән биргән
Табиптар ике көн уның ғүмере өсөн кәрәшкән.
Бөгөн Стәрлетамаҡ дауаханаһында Салауаттағы “Свеча” предприятиеһындағы шартлауҙан зыян күргән 51 йәшлек ир вафат булған. Был турала “Башинформ”ға республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иткәндәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 майҙа парафин етештергән “Свеча” предприятиеһында газ шартлап, көслө янғын сыға. Бәхетһеҙлек һөҙөмтәһендә 51, 49, 44 йәшлек тәндәре янған өс ирҙе дауаханаға килтерәләр. Таз һөйәктәре имгәнгән тағы берәүҙе өҫтәп һалғандар. 10 сәғәттән һуң емереклектәр аҫтынан 46 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен сығарғандар ине.