Новости
14 Май 2025, 06:27

Башҡортостанда +25° тиклем йылыта

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шаршамбы, 14 майҙа, Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә.

Башҡортостанда +25° тиклем йылытаБашҡортостанда +25° тиклем йылыта
Башҡортостанда +25° тиклем йылыта

Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +20, +25°, таулы райондарҙа +15°тиклем.

Кесаҙна, 15 майҙа, төндә, урыны менән көслө ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ бер аҙ ямғыр фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, һуңынан көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +15, +20°.

Йома, 16 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +16, +21°.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас