

Хәҙер килемдәр һалым түләгәндән һуң иҫәпкә алынасаҡ. Пособиены картаға алғандарға иҫәп-хисап алдан – 30 апрелгә тиклем үткәреләсәк. Хеҙмәт министрлығы һәм Дәүләт Думаһы баһалауынса, яңы ҡағиҙәләр түләүҙәрҙе 15-25 процентҡа арттыра һәм 5 миллион ғаиләгә тиклем киңәйтә.
Йәшәү минимумынан артыуы буйынса талаптар ҙа йомшартыла: бер аҙ тайпылыш, ниндәйҙер "овердердрафт "рөхсәт ителә, аныҡ параметрҙары әлегә билдәләнмәгән.
Алименттар, социаль түләүҙәр, мөлкәтте ҡуртымға алыу һәм һатыуҙан килгән килем иҫәпкә алынасаҡ. Шул уҡ ваҡытта белешмәләр йыйырға кәрәкмәй – мәғлүмәттәр ведомство-ара каналдар аша килә.
Сығанаҡ: ejansura.ru
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина