Новости
3 Май 2025, 11:39

Яңы ҡорамал – халыҡ һаулығы өсөн

Уны ҡуйыр алдынан рентген-кабинетта капиталь ремонт эштәре атҡарылған.

Халыҡтың медицина хеҙмәттәренән файҙалана алыуына йүнәлтелгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына яңы заманса рентген-аппарат килтерелгән. Был ҡорамал рентгенография тикшереүҙәре өсөн заманса ҡарар булып тора һәм күп пациенттар менән эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Уны ҡуйыр алдынан рентген-кабинетта капиталь ремонт эштәре атҡарылған.

Муниципалитетта хәбәр итеүҙәренсә, яңы ҡорамалдың сафҡа инеүе Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртасаҡ.

 

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас