Новости
30 Апрель 2025, 13:30

Осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт

2025 йылда 14-се “Библиотөн” үтте – ул быйыл Ватан һаҡсыларына һәм Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды.

Ошо уңайҙан башҡорт китапханаһында махсус
хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙар, уларҙың
ғаиләләре һәм ирекмәндәр менән осрашыу ойошторолдо. Сара “Һәр ғаиләлә үҙ геройҙары”
тип исемләнгәйне, унда ҡаланың 2-се мәктәп
уҡыусылары саҡырылды.

Бына ул беҙҙең заман геройҙары – Евгений Протасов, Андрей Пономарев һәм Илдар Сәйфуллин.
Илдар ағайҙың махсус хәрби операциялағы
батырлыҡтары тураһында беҙҙең гәзит биттәренән
уҡып беләһегеҙ.

- Мин 1976 йылдан алып Төньяҡ Кавказда хеҙмәт
иттем, унан ҡайтҡас, ғаилә ҡорҙом, - тип һүҙ башланы Евгений Протасов. – 63 йәштә махсус хәрби
операцияға киттем. Унда водитель булып хеҙмәт
итәм, аҙыҡ-түлек, боеприпастар ташыйым.

Ир кеше – ир кеше булырға тейеш, ул ошо юлды
үтергә бурыслы, тип белдерә Протасов. Уға ла
дрон һөжүм итә, яҡташыбыҙ автоматын, документтарын алып машинанан сығып өлгөрә.
Андрей Пономаревҡа килгәндә, ул 2001-2002
йылдарҙа Чечен Республикаһы Урус-Мартан
ҡалаһында хеҙмәт иткән. 2022 йылда мобилизация
буйынса махсус хәрби операцияға алына.

- Был сара миңә бик оҡшаны, - тип уртаҡлашты
2-се мәктәп уҡыусыһы Павел Иванов. – Яугирҙар
батыр, яуаплы, ышаныслы кешеләр. Уларҙың
физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ҡыйыу
булыуҙары оҡшай. Мин уларға оҡшарға теләйем.
Ватанды яҡларға кәрәк булһа, мин, һис шикһеҙ,
ошо юлды һайлаясаҡмын.

“Библиотөн” сараһында яугирҙарҙың әсәләре лә
үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Мин егеттәребеҙ, улдарыбыҙ менән ғорурланам, - тине яҡташыбыҙ Аркадий Дейстың
әсәһе. – Әлбиттә, улар өсөн борсолабыҙ. Аркадий улым яраланып ҡайтҡайны, тағы алғы һыҙатҡа
китте. Яңыраҡ ун көнгә ялға ҡайтҡайны. Ни бары
өс көн генә ял итте. Ҡал инде, әҙерәк кенә беҙҙең
менән бул, тигәс, юҡ, әсәй, унда минең ғаиләм бит,
тине.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас