Новости
23 Апреля 2025, 04:00

Май байрамдарында медицина учреждениелары нисек эшләй?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы май байрамдары осоронда медицина учреждениеларының эш графигын баҫтырып сығарҙы.

Май байрамдарында медицина учреждениелары нисек эшләй?Май байрамдарында медицина учреждениелары нисек эшләй?
Май байрамдарында медицина учреждениелары нисек эшләй?

Мәҫәлән, 2, 3, 8, 10 майҙа республика поликлиникалары шәмбе графигы буйынса, йәғни иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй, табип саҡыртыу көндөҙгө сәғәт дүрткә тиклем ҡабул ителә.

1 һәм 9 майҙа – байрам көнө графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә ҡәҙәр.

1, 2, 3, 8, 9, 10 майҙа диспансеризация һәм профтикшереүҙәр үтергә мөмкин.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 1, 2, 3, 8, 9 һәм 10 майҙа эшләй. Ошо уҡ көндәрҙә ауырлы ҡатындар УЗИ-скрининг үтә ала.

1, 2, 3, 4, 8, 9, 10 һәм 11 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән 4-кә тиклем ашығыс стоматология ярҙамын алырға мөмкин.

Байрам һәм ял көндәрендә рецептар буйынса дарыу препараттары, махсус дауалау туҡланыуы һәм медицина изделиелары, ауыртыуҙы баҫыу препараттары менән тәьмин итеү «Башфармация» дарыуханаларының эш графигына ярашлы башҡарыла.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас