Новости
21 Апрель 2025, 08:00

Башҡортостандан адвокат МХО-лағы яуҙаштарына сәләм юлланы

МХО биләмәһендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан юрист Азамат Үтәгәнов яуҙаштарына сәләм юлланы. «Уңыштар һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтығыҙ!» — тип изге теләктәрен еткерҙе махсус операция ветераны.

Башҡортостандан адвокат МХО-лағы яуҙаштарына сәләм юлланыБашҡортостандан адвокат МХО-лағы яуҙаштарына сәләм юлланы
Башҡортостандан адвокат МХО-лағы яуҙаштарына сәләм юлланы

Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, яҡташыбыҙ 2023 йылдың сентябрендә оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. 2011 йылдан адвокат эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәс, үҙенә «Адвокат» тигән позывной алған.

«Тыуған илебеҙ өсөн көрәшкән егеттәргә ярҙам итергә теләйем», — тип аңлатты «Адвокат» үҙенең ҡарарын. 

Әлеге ваҡытта Азамат Үтәгәнов өйөндә. Ул һаман «Үҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйәбеҙ!» тигән тормош девизына тоғро булып ҡала. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән өсөн бер юлы 2 миллион һум, ай һайын 210 мең һумдан башланған хеҙмәт хаҡы, шулай уҡ ғаилә өсөн 40-тан ашыу льгота ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт – башбат.рф сайтында.

 

Фото:Күмертау хакимиәтенең телеграм-каналы

Автор:Эдуард Кускарбеков
Читайте нас