Новости
15 Апрель 2025, 14:19

«Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» йәрминкәһендә ҡатнашығыҙ!

18 апрелдә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй «Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» тип аталған эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабы үтә.

«Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» йәрминкәһендә ҡатнашығыҙ!«Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» йәрминкәһендә ҡатнашығыҙ!
«Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» йәрминкәһендә ҡатнашығыҙ!

Республиканың эш биреүселәре төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә: нефть һәм газ сығарыу, төҙөлөш, машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәтләндереү һәм йәмәғәт туҡланыуы, транспорт, сауҙа һәм көнкүреш өлкәләрендә 8 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итәсәк. Эш ваҡытын да шәхсән һайларға мөмкин.

📍 Йәрминкәнең төп майҙансығы – Өфө ҡалаһы. Саралар ике урында үтәсәк:

▫ ️ «Торатау» конгресс-холы. Бында 50 компания ҡатнашлығындағы эш биреүселәр күргәҙмәһен ҡарарға, «Һатыу депоһы» компанияһына нигеҙ һалыусы эшҡыуар Николай Фурсов менән осрашырға, ижади фестивалдә ҡатнашырға мөмкин. Адресы: Зәки Вәлиди урамы, 2.

▫ Студенттарҙың вуз-ара кампусы. «Һинең һөнәрең» майҙансығына килеүселәрҙе профтест, психологтар менән консультациялар һәм юғары уҡыу йорттары оҫтаханаларында һынау көтә. Адресы: Зәки Вәлиди урамы, 32/2.

Өфөләге саралар урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 10-да башлана.

📞 Һеҙҙең муниципалитетта буласаҡ саралар тураһында яҡындағы «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәгендә белешергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт – ошонда: vk.cc/cHvv9v

 

– Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе үҙен эш эҙләүселәргә – эш табыуҙа, компанияларға кәрәкле хеҙмәткәрҙәр һайлап алыуҙа һөҙөмтәле ярҙам ысулы булараҡ күрһәтте. Сара ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы өсөн киң мөмкинлектәр аса, - тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова.

 

Йәрминкәне «Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы», Рәсәй Федерацияһының Мәғариф, Фән һәм юғары белем, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтары, Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт ҡатнашлығында илдең Хеҙмәт министрлығы ойоштора.

 

16+

Автор:
Читайте нас