Мартта ғына Башҡортостанға Мәскәүҙән, "Экстрасенстар. Көслөләр алышы" телешоуы ҡатнашыусылары килгәйне. Унда Александр Шепс, Виктория Райдос, Артем Краснов Шаран районындағы Йәммәт ауылына барҙы.
Әле тағы өс кеше Туймазы районында. Тапшырыуҙы төшөрөү Туймазы ҡалаһынан ике саҡрымда ятҡан Райман ауылында бара. Был юлы унда Виктория Райдос, Юлий Котов һәм Максим Левин ҡатнаша.
Былтыр был ауылда бер ир юғала, аҙаҡ йылғала уның кәүҙәһе табыла. Туғандары ул үҙ үлеме менән үлмәгән тип бара.
Экстрасенстар ошо хәлде тикшерә. Бөгөн телевизорҙан 13-сө серияны күрһәтәләр. Ә был Туймазы эпизодтары 15-се серияға инәсәк. Тимәк, ике аҙнанан экранға сығырға тейеш.
Сығанаҡ, фото: телеграм, UFA.RB