Конкурста өс номинацияның береһе буйынса ғына ҡатнашырға мөмкин:
“Һөҙөмтәле эше өсөн”;
“Быуындар күсәгилешлеге өсөн”;
“Иң боронғо династия”.
Конкурста ҡатнашҡан династиялар өсөн шарттар:
– ғаилә кәмендә өс ағзанан тора;
– улар династияға нигеҙ һалыусының балалары, ейәндәре, бүләләре, уларҙың ҡатындары, ирҙәре, ағалары, апалары була ала;
– уларҙың береһе булһа ла Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй;
– династияның дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу.
Матбуғат агентлығы һайлап алыу этабына ғаризаларҙы апрель аҙағына тиклем ҡабул итеүен дауам итә. Лидерҙар араһынан еңеүселәр һәм призерҙар һайланасаҡ. Бүләкләү тантанаһы Республика көнөндә үтәсәк.


Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 218-07-72 һандары буйынса белешергә мөмкин.