Новости
10 Апрель 2025, 16:00

Яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә фельдшер булып хеҙмәт итеүҙе һайлаған

Асҡын районынан Гөлназ уҙған йылдың ноябрендә оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итеүҙе һайлаған. Был турала район хакимиәте хәбәр итә.

Яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә фельдшер булып хеҙмәт итеүҙе һайлағанЯҡташыбыҙ МХО биләмәһендә фельдшер булып хеҙмәт итеүҙе һайлаған
Яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә фельдшер булып хеҙмәт итеүҙе һайлаған

Гөлназ Екатеринбургта уҡыған, шул уҡ ҡалала палата шәфҡәт туташы булып эшләгән, планлы хирургия бүлегендә анализға ҡан алған.

Фронтҡа ул Екатеринбургтың йыйылыу пунктынан юлланған. Уға кесе сержант званиеһы бирелгән.

«Яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә килдем. Тәүге көндәрҙә ҡыйын булды: яңы кешеләр, яңы урын. Шунда уҡ ҡорал, бронежилеттар бирҙеләр, уларҙы ҡулланырға өйрәттеләр. Йәшәгән урыныбыҙ – блиндаж. Махсус операция биләмәһендә яугирҙәргә дошман уты аҫтында ярҙам күрһәтергә тура килә», — ти Гөлназ.

 37 йәшлек ҡатындың ике ҡыҙы бар. Икеһе лә мәктәптә уҡый.

 

Фото:Асҡын районы хакимиәтенең телеграм-каналы

Автор:Эдуард Кускарбеков
Читайте нас