"ВАЗ-2107" рулендәге 78 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Скания" йөк машинаһы менән бәрелешкән. Илебеҙ автомобиле водителе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Әйткәндәй, түбәндәге трассаларҙа транспорт өсөн хәрәкәт ябылды:
Өфө — Бөрө — Яңауыл
Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы
Яугилде — Щучье Озеро
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Сығанаҡ: vk.com/bashkortostanim