Уҙған аҙнала илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе ҡыш буйы йүнләп яумаған ҡар баҫҡайны. Ундағы һауа торошо бер нисә көндән беҙгә лә килеп етә, тигән һүҙҙәр был юлы раҫ булды, ахыры. 20 градуслыҡ йылылар торғандан һуң бөгөн Башҡортостанды ҡар баҫты. Әлеге ваҡытта Өфөлә ныҡ итеп ҡар яуа. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 13,5 мм бейеклектә ҡар яуыуы ихтимал.
Республикаға ҡарлы ямғырҙы арктика атмосфера фронты килтерҙе. Шул уҡ синоптиктар әйтеүенсә, ҡар оҙаҡҡа килмәгән. Ялдарҙа кире йылыта башларға тейеш.
Республикаға килгәндә, бөгөн Бәләбәй, Бүздәк райондарында ныҡ итеп ҡар яуған.