Новости
8 Апрель 2025, 16:00

Өфө студенты МХО-ға хеҙмәт итергә киткән

Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжы студенты «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы составында хәрби бурысын үтәү өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Был хаҡта Өфөнөң Киров районы хакимиәте хәбәр итә.

Өфө студенты МХО-ға хеҙмәт итергә киткәнӨфө студенты МХО-ға хеҙмәт итергә киткән
Өфө студенты МХО-ға хеҙмәт итергә киткән

«Молодой» позывнойлы яугир хәҙер М.Нагаев исемендәге батальон сафтарында өлкән тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалдары менән бүләкләнгән.

 

Фото:Өфөнөң Киров районы хакимиәте

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас