Йыл башынан Башҡортостанда 57 кеше сысҡан биҙгәге йоҡторған. Кемдең сир йоҡтороу хәүефе юғары?
Йыш ҡына геморрагик биҙгәк менән 20 йәштән 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ауырый. Был уларҙың ауыл хужалығы һәм төҙөлөш эштәренә йышыраҡ йәлеп ителеүе, балыҡ тотоуға һәм һунарға йөрөүҙәре менән аңлатыла.
Дөйөм алғанда, сысҡан биҙгәге менән зарарланыу хәүефе ҡалала ла, ауылда ла төрлө йәштәге кешеләр һәм социаль төркөмдәр өсөн дә берҙәй үк бар. Инфекцияны төп таратыусы – ҡыҙғылт-һарыраҡ төҫтәге ялан сысҡаны. Үҙегеҙҙе нисек һаҡларға — карточканы өйрәнегеҙ.