Ул 2022 йылдың көҙөндә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып МХО-ла ҡатнаша. «Башҡорт» хәрби әҙерлекте Ҡазанда үткән, шунан һуң ул туғандаш республика полкына яҙылған.
«Башҡорт» тәүге көндәрҙә радиотелефонист бурыстарын башҡарған. Һуңынан уны водитель итеп ҡуйғандар. Муниципалитет хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ армияла Т-72 танкының механик-водителе булып хеҙмәт иткән һәм хәрби машинаны йөрөтөү инструкторы булған. МХО башланғансы водитель-механик һәм ауыл хужалығы машиналарын ремонтлаусы һөнәрен үҙләштергән.
Алғы һыҙыҡтағы намыҫлы хеҙмәте өсөн яугир Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылдың 24 апрелендәге указына ярашлы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Фото:Асҡын районы хакимиәтенең телеграм-каналы