Баймаҡ районының Крепостной Йылайыр ауылында фажиғәле хәл булған. Бында бер юлы алты һыйыр ятып үлгән. Сәбәбе лә билдәле – уларҙы ток һуҡҡан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә электр тапшырыу линияһы бағанаһы ҡолау арҡаһында булған. Был көсөргәнеш аҫтында булған сымдарҙың ток бүлеүенә килтергән. Һөҙөмтәлә уның янында йөрөгән бер нисә һыйырҙы ток һуҡҡан.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, алты һыйыр һәләк булған. Шулай уҡ токтан ҡоро үлән янып киткән, тик кешеләр уны тиҙ генә һүндергән.
Фото: телеграм.