Уның һүҙҙәренсә, кисә иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртыла ул телефон шылтырауына уянып киткән.
«Азамат шылтырата: «Абый, фронтҡа китәм, оҙатырға киләһеңме?» — тип һорай. Йоҡо аралаш бер ни ҙә аңламай, тиҙ генә кейендем дә 12 минуттан «Өфө-Арена»ла баҫып тора инем. Азамат — ябай ауыл егете, минең ижадымды ярата. Минең килеүемә бик шатланды, үҙе лә ышанмай. Кешегә бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Еңеү менән ҡайтығыҙ, батырҙар. Рәсәй һеҙгә таяна!» — тип яҙа Әнүәр Нурғәлиев.