Новости
19 Март 2025, 17:46

Юлда ҡот осҡос үлем

Машинанан тимер өйөмө генә ҡалған...

Юлда ҡот осҡос үлемЮлда ҡот осҡос үлем
Юлда ҡот осҡос үлем

Туймазы районында М-5 федераль трассаһында үлемесле авария теркәлгән. Еңел автомобиль йөк машинаһы менән бәрелешкән. Был турала республика автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Авария юлдың 1332-се километрында көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә булған. ”Киа Рио” сит ил автомобиле водителе алдағы транспортты үтәм тип ҡаршы һыҙатҡа барып сыға һәм “Ман” йөк машинаһына бәрелә.

Бәрелешеү шул тиклем көслө була, еңел автомобиль тимер өйөмөнә әүерелә,  60 йәшлек водитель ваҡиға урынында уҡ һәләк була. Ә уның 37 йәшлек пассажиры етди йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Водителдәр, һеҙ үҙегеҙҙең ғүмерегеҙ өсөн генә түгел, яныңдағылар өсөн дә яуаплы икәнегеҙҙе онотмағыҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлек режимын контролдә тотоғоҙ!

 
 
 
Фото: ГАИ РБ
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас