Новости
6 Март 2025, 13:24

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары хаҡында иҫкәртәләр. Был юлы «Айыҡ водитель» рейдтары биш көн, 6 марттан 10-на тиклем үткәрелә, тип хәбәр итте республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

«Төп бурыс – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау, шулай уҡ байрам ойошторолған һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа иҫерек водителдәрҙе асыҡлау», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

Юлда ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына хәбәр итергә мөмкин: 8 347 279-32-92. Шулай уҡ телеграмда @GIBDDRB_02bot эшләй.

Автор:Альфия Аглиуллина.
Читайте нас