Новости
4 Марта 2025, 09:00

Апрелдә республикала урман янғындары башланыуы ихтимал

Башҡортостанда 2025 йылдың апрелендә үк урман янғындары сығыу ихтималлығы ҙур. «Авиалесоохрана» учреждениеһының апрель-май айҙарына фаразы шундай. Ул күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙе иҫәпкә алып әҙерләнгән.

Апрелдә республикала урман янғындары башланыуы ихтималАпрелдә республикала урман янғындары башланыуы ихтимал
Апрелдә республикала урман янғындары башланыуы ихтимал

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республика урман янғындарының майҙаны 3370 гектарҙан артмаҫҡа тейеш. Утҡа ҡаршы көрәшеү өсөн урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алынған. Әле 12 күҙәтеү камераһы эшләй, 1 апрелгә тиклем тағы ла 10-ҙы ҡулланыуға индереү планлаштырыла. Шул рәүешле янғын сығыу хәүефе янаған 2 миллион гектар самаһы урман биләмәһе видеокүҙәтеүгә алына.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас