Новости
28 Февраль 2025, 07:53

Башҡортостанда 9 машина бәрелешкән

Бөгөн Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында туғыҙ машина бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы Мәләүез районының Рамадановка ауылы эргәһендәге трассаның 158-се саҡрымында булған.

Башҡортостанда 9 машина бәрелешкәнБашҡортостанда 9 машина бәрелешкән
Башҡортостанда 9 машина бәрелешкән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария урынына ҡотҡарыусылар килгән, ҡорбандар юҡ, ике кеше имгәнгән. Уларға беренсе ярҙам күрһәтелгән.

Әле дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был хәлдең сәбәптәрен асыҡлай. Бер һыҙат буйынса реверсив хәрәкәт ойошторолған.

 

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Башҡортостанда 9 машина бәрелешкән
Башҡортостанда 9 машина бәрелешкән
Автор:Дарья Субботина.
Читайте нас