Новости
26 Февраль 2025, 08:42

Башҡортостанда ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән

Белорет районында төнгө юл-транспорт ваҡиғаһында ете кеше зыян күргән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Ҡарағай-Йорт ауылы янында ике еңел машина бәрелешкән.

Башҡортостанда ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргәнБашҡортостанда ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән
Башҡортостанда ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән

Ете кеше зыян күргән, улар араһында бер бала булған. Бишәүһе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынына Белорет ҡотҡарыусылары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре ебәрелә.

Ҡотҡарыусылар «ВАЗ-2112» автомобилендә ҡыҫылып ҡалған ҡатынды сығарып, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.

Дәүләт автоинспекцияһы юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.

 

Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостанда ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән
Башҡортостанда ете кеше юл фажиғәһендә зыян күргән
Автор:Дарья Субботина.
Читайте нас