Башҡортостан миҫалында тәбиғәт паркына килеүселәрҙе нисек арттырырға кәрәклеге хаҡында һөйләйбеҙ. Ентекләберәк әйткәндә, Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар арҡаһында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына 2023 йылдан ике тапҡырға күберәк — 50 меңгә яҡын кеше килгән, хатта былтыр йәй һауа торошо насар булыуға ҡарамаҫтан.
Зубрҙарҙы ҡарарға республика халҡы ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Магнитогорск, Мәскәү һәм Санкт-Петербург халҡы ла килә.
Әгәр элек Мораҙымға мәмерйә һөйөүселәр йөрөһә, хәҙер тотош ғаиләләр менән яңы хайуандарыбыҙҙы ҡарарға киләләр.
Зубрҙар беҙҙең төбәктә элек тә булған, әммә ниндәйҙер бер мәлдә юғалып ҡалған. Радий Хәбировтың уны тергеҙеү тәҡдименән һуң, 2023 йылдың майында Башҡортостанға туғыҙ баш килтерелде, декабрҙә тағы ла туғыҙы. Бында уларҙың биш быҙауы тыуған.
Күптән түгел төбәк Башлығы республикаға тағы бер нисә зубрҙың килтереләсәге хаҡында хәбәр итте, ләкин ҡасан — аныҡ ҡына әйтмәне.