«Мөҙәрис Ғәфүр улы күптән яуҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр наградланған. Ҡотлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Мөҙәрис Аҫылбаев сығышы менән Күгәрсен районынан.
2024 йылда ул Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашты. Яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бергә Ҡыҙыл майҙан буйлап үтте.