Новости
7 Февраль 2025, 09:55

“Изгелек марафоны” – яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн

Күптән түгел Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары саҡырылған сара үтте.

“Изгелек марафоны” сиктәрендә халыҡ
табиптарҙан консультация алды, диагностика үтте, һаулыҡ тураһында лекциялар тыңланы. Дауалау буйынса бер нисә
белгес - терапевт, невролог, трихолог
һәм гинеколог кәңәштәр бирҙе. Шулай уҡ табиптар “Ангио-Скан” аппаратында тикшереү үткәрҙе, ул йөрәк-ҡан
тамырҙары системаһының торошон,
стрессҡа сыҙамлылыҡ кимәлен баһалай,
кешенең биологик йәшен билдәләй.

Ауырыуҙарҙы диагностикалауҙан тыш,
“Норис” клиникалары селтәре табиптары
ҙур булмаған презентация ойошторҙо:
улар сәләмәт йәшәү рәүешенең
мөһимлеге, төрлө ауырыуҙарҙы иҫ-кәртеү
саралары хаҡында һөйләне һәм проекттың һөҙөмтәләре менән ур-таҡлашты. Ғинуар
аҙағына ике йөҙҙән ашыу кеше был социаль-патриотик башланғыс ярҙамында
табиптарға күренгән.

“Изгелек марафоны”нда ҡатнашыусыларға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән
“Павильон” төркөмөнөң концерты ла
бик оҡшаны – музыканттар үҙҙәренең
яратҡан йырҙарын башҡарып ҡына
ҡалманы, тамашасылар менән дә аралашты.

- Беҙҙең лекциялар һәм консультациялар кеше һаулығы өсөн кәрәк булһа, музыкаль төркөмдөң сығышы – ул рухи байрам.
Сара ярҙам күрһәтеү генә түгел, ә махсус
хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм
уларҙың яҡындарын дәртләндереү өсөн
дә ойошторола, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды
“Норис” компанияһының генераль директоры урынбаҫары Лилиана Сираева.

Автор:
Читайте нас