«Беҙ һеҙҙең быуын – еңеүселәр быуыны менән ихлас ғорурланабыҙ. Һеҙ Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һынауҙарын намыҫ менән үттегеҙ, ә һуғыштан һуң иптәштәрегеҙ, халҡыбыҙ менән илде тергеҙҙегеҙ. Тормош юлығыҙ һәр саҡ ныҡлыҡ, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ышаныс, Тыуған илгә тәрән һөйөү өлгөһө булып хеҙмәт итер», — тиелә ҡотлау телеграммаһында.
Сания Әхмәтова 1925 йылда Салауат районының Нәсибаш ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны, тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны. Бөгөн йөҙйәшәр инәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре хәстәрлегенә солғанып йәшәй.