Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль , 14:31

Еңгәнгә тиклем бында булам!

Ябыҡ ҡына "Толстый" ни өсөн бындай позывной алғанын да һөйләне.

Үтә шуҡ, етеҙ, бер урында тора алмаған йәш яугир әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. Штурмовиктар подразделениеһынан булып сыҡты “Толстый”. Ҡаҡса ғына егеттең бындай позывнойы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм уның менән яҡындан танышып, аралашмай сара ҡалманы.

22 йәшлек кенә Данис исемле “Толстый” Нефтекама ҡалаһынан. Ҡушаматы тураһында һорағас, шунда уҡ йылмайып ебәрҙе үҙе.

– Конспирация өсөн бит ул. Ситтәр “Толстый” тигәнде ишетеп, һимеҙ кешене эҙләгән саҡта мин шым ғына үҙ эшемде башҡара алам (көлә). Ә етди итеп әйткәндә, мәктәптә уҡыған саҡта йоморо ғына була торғайным, шул саҡта уҡ “Толстый” тип атайҙар ине. Шунан эйәреп килгән позывной ул, – тине егет.

Ғөмүмән, штурмовикка һимеҙ булыу ярамай. Бында һәр ваҡыт йүгерергә, шыуышырға, етеҙлек күрһәтергә кәрәк. Йәш егеттең таһыллығы ла, көс-ғәйрәте лә етерлек һәм был күренеп тора. Беҙ барған саҡта штурмовиктар күнекмәләр үтә ине. Унда иң оҫталар, етеҙҙәр йыйылған.

Шуныһы ҡыҙыҡ, Данис армияла хеҙмәт итмәгән. Ғөмүмән, хәрби тәжрибәһе булмаған. Тик бер нимәгә ҡарамай ул контрактҡа ҡул ҡуйырға ҡарар иткән һәм әлеге ваҡытта тыуған илебеҙ сиктәрен һаҡлай.

– Бындай ҡарарҙы ҡабул итер алдынан ныҡлы уйландым, ҡыҙыу башҡа башҡарылған эш түгел был. Һуғыш һынлы һуғышҡа килер өсөн йөрәктә бер нәмә “шылт” итергә тейештер. Минең мотивация ябай – алышты тиҙерәк бөтөрөү, үҙебеҙҙең егеттәргә, илебеҙгә ярҙам итеү. Ғәйепһеҙ үлемдәр бик күп. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә, бөтәһе лә тиҙерәк өйҙәренә ҡайтһын тип теләйем. Һәр кемде көткән кешеһе бар. Ҡурҡыу тойғоһо ҡул ҡуйған саҡта ла булманы, әле лә юҡ. Аңлы һайлауым, осраҡлы килеп эләкмәнем, – тине “Толстый”.

Әлбиттә, йәш кенә егеттең контрактҡа ҡул ҡуйыуын ата-әсәһе ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итмәй. Әсәһе ҡаршы ла булып ҡарай, тик улы уны күндерер һүҙҙәр таба һәм яҡын кешеләренең фатихаһын ала. Уның һөйгән ҡыҙы ла бар һәм егеттең ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтә.

Ә дөйөм алғанда, Данисҡа тыныс тормошта ла экстрим еткән икән. Ул сәнәғәт альпинисы булып эшләгән. Был һөнәрҙе үҙләштерер өсөн Санкт-Петербург ҡалаһында махсус курстарҙа уҡыған. Аҙаҡ Башҡортостан ҡалалары, Себер яҡтарында, Ленинград өлкәһендә эшләгән. Ҡурҡыу белмәҫ егет иң хәүефле объекттарҙа ла үҙен һыуҙағы балыҡ кеүек тойған. Бында – махсус хәрби операция биләмәһендә лә үҙен тыныс тота, эшен белеп башҡара.

– Бында шундай һәйбәт коллективҡа килеп эләктем, шуға ҡыуанып бөтә алмайым. Бөтәһе лә шәп егеттәр. Инструкторҙарыбыҙҙан да уңдыҡ, бөтәһенең дә хәрби тәжрибәһе бар. Беҙгә өйрәткәндәре дәфтәрҙән алынмаған, ә үҙ башынан үткәндәр. Дөйөм алғанда, барыһы менән дә һәйбәт мөнәсәбәттәмен. Бер-бер хәл булһа, мин уларға уйламай таяна алам. Бер телем икмәкте лә бүлеп бирерлек егеттәр. Бар проблемаларҙы һөйләргә була, тыңлаясаҡтар, кәрәк булһа кәңәш бирәсәктәр, – тип һөйләй “Толстый”.

Данис бында 2024 йылдың май айында килгән. Контрактҡа бер йылға тип ҡул ҡуйған. Тик уға тиклем һуғыш бөтмәһә, ҡайтырға уйламай. “Еңгәнгә тиклем бында буласаҡмын”, – ти ул.

“Толстый” хеҙмәте һәм шарттар менән ҡәнәғәт. Барлыҡ түләмдәр ҙә ваҡытында килә, күпме вәғәҙә итһәләр, барыһы ла шул кимәлдә ти. Тыуған яғынан, Башҡортостандан гуманитар ярҙам йыш килеп тора икән, егет республика халҡының берҙәмлегенә һоҡлана. Әлбиттә, бында тәьминәт бик һәйбәт, барыһы ла етә ти.

– Үҙем бар нәмә менән ҡәнәғәтмен. Беҙҙә бында минең кеүек йәштәр байтаҡ, өлкән ағайҙар ҙа етерлек. Ысын ир-егет мәктәбе үтәм. Тыныс тормошта ябай ҡабул ителгән ҡиммәттәр бында бөтөнләй икенсе төҫ ала. Дуҫлыҡтың, тыуған илгә һөйөүҙең ҡәҙере бермә-бер арта. Бында ла тормош бар һәм ул үҙенсә ҡыҙыҡ. Оҙаҡламай дошманды еңеп, бергәләп тыуған илге ҡайтырбыҙ, – тип тамамланы әңгәмәне “Толстый”.

В. УРАЗБАЕВ.

Автор фотоһы. 

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: