Документ закондар сығарыу эшмәкәрлеген тәьмин итеү системаһында урынлаштырылған.
Тәҡдимдең социаль яҡтан әһәмиәтле булыуын нигеҙләп, башланғыс авторҙары «Рәсәй Федерацияһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында» федераль закондың 41-се статьяһында льготалы йәки бушлай йөрөү хоҡуғы билдәләнеүен, шул уҡ ваҡытта ишле ғаиләләр өсөн был мөмкинлектең ғәмәлгә ашырылмауын билдәләй.
Беҙҙең тәҡдим күп балалы ғаиләләрҙең түләүле автомобиль юлдарынан йөрөүгә бәйле сығымдарын ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш, тип иҫәпләй закон проекты инициаторҙары.
Фото: Олег Яровиков