Новости
16 Ғинуар 2025, 10:00

Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡуйҙы

Президент Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған 80 мең һумлыҡ түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта дәүләт башлығы 15 ғинуарҙа Рәсәйҙең «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.

Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡуйҙыПутин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡуйҙы
Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡуйҙы

Ветерандарҙан тыш, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, бәлиғ булған концлагерь тотҡондарына һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиация базаларында эшләгән, оборона ҡоролмалары төҙөгән граждандарға 55 мең һум түләнә.

Президент шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төбәктең, ҡаланың йәки муниципалитеттың почетлы гражданы исемен биреү тураһында башланғысын хупланы.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Альфия Аглиуллина.
Читайте нас