Винер Йыһаншин 1964 йылдың 1 ғинуарында Борай районының Ғүмәр ауылында тыуған. 1990 йылда Караганда дәүләт университетын тамамлаған. 1997 йылда Бөрө районының «Победа» гәзите редакцияһына хәбәрсе булып эшкә килә. 2016 йылда «Победа» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы.
Яугирҙең ғаиләһенең, дуҫтарының һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.