Новости
10 Ғинуар 2025, 08:05

Яҡташ яугирҙең ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар тыуған

Көйөргәҙе районынан махсус хәрби операция яугире күп балалы атай булған. Валентина һәм Сергей Колбинëвтарҙың игеҙәктәре тыуған. Ғаиләлә улар – дүртенсе һәм бишенсе, ә районда быйыл донъяға килгән тәүге сабыйҙар, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Юлай Ильясов.

«Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яҡташыбыҙға тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!» – тип яҙа ул.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Яңы йылға улына көтөлмәгән бүләк әҙерләгән Ҡырмыҫҡалы районы яугире тураһында яҙып сыҡҡайны.

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас