Новости
7 Ғинуар 2025, 05:50

Яңы Ергәндә – яңы ФАП

Һуңғы биш йылда районда 13 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән.

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Хәҙер ауыл халҡы уңайлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 500-ҙән ашыу кеше беренсел медицина-санитар ярҙам аласаҡ.

Ауыл халҡын Яңы йыл алдынан күркәм ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡотлап һәм республикала халыҡтың һаулығын һаҡлауға, дөйөм алғанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу ауыл халҡына, ә был 500-ҙән ашыу кешегә, уңайлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа медицина ярҙамы алырға мөмкинлек бирә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы,  халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас