Башҡортостанда 237 лицензиялы мәктәп стоматология кабинеты иҫәпләнә. Республикала стоматология кабинеттарын булдырыу буйынса “Юғарыға ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле ғәмәлгә ашырыла. Биш йылда яңы стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм берҙәм дизайнер стилендә биҙәлгән 110 лицензиялы кабинет барлыҡҡа килгән.
Бындай кабинеттарҙа балаларҙы тикшереү һәм санациялауҙан тыш, профилактик эштәр ҙә ҡаралған: стоматологик белем биреү, ауыҙ ҡыуышлығын гигиенаға ярашлы тәрбиәләү ҡағиҙәләрен өйрәтеү, иҫкәртеү сараларын ҡулланыу, икенсел иҫкәртеү кеүек эштәр атҡарыла. Һөҙөмтәлә табиптар балаларға йылмайыу бүләк итәләр.
Өфө районының Зубов ауылындағы “Белем” мәғариф үҙәгендә һәм Шамонин ауылындағы мәктәптә лә поликлиника структураһында стоматология кабинеттары эшләй. Улар кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уҡыусыларҙы 20 йылға яҡын хеҙмәт стажы булған табип Гүзәл Мәүләүи ҡыҙы Мөхөтдинова (һүрәттә) ҡабул итә.
- Маҡсатыбыҙ – балалар тештәренең сәләмәтлеген һаҡлау. Һәр бала, медицина тикшереүенә ярашлы, йылына бер тапҡыр стоматологта булырға тейеш, - ти Гүзәл Мәүләүи ҡыҙы.
Әйткәндәй, Башҡортостан – мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе. Алдағы йылдарҙа ла республикала стоматология кабинеттарын асыу планлаштырылған. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Зравоохранение”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.