Новости
24 Декабря 2024, 13:00

Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә

Һыуыҡ көндә урамда оҙаҡ йөрөһәң, өшөргә мөмкин. Ә ныҡ түбән температурала туңырға ла була.

Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергәӨшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә
Өшөү һәм туңыу: нисек тәүге ярҙам күрһәтергә

Зыян күреүсегә нисек ярҙам итергә?

- Уны һалҡын кейемде сисергә мөмкин булған һәм дымлы йылы бүлмәгә алып керегеҙ

- Зыян күреүсегә ҡоро әйбер кейҙерегеҙ йәки одеялға төрөгөҙ

- Туңған ағзаларын таҙа ҡулығыҙ менән һаҡ ҡына ышҡығыҙ

- Кешене яйлап – кәүҙә, муйын, ҡултыҡ аҫты һәм сандыр тирәләрен йылытығыҙ

- Әгәр зыян күреүсе аңында булһа, уға әҙ-әҙләп йылы эсемлек бирегеҙ

- Аңын юғалтһа, ашығыс ярҙам саҡырығыҙ. Унан һуң зыян күреүсене сисендерегеҙ һәм одеялға төрөгөҙ, уның тын алышын һәм йөрәк тибешен контролдә тотоғоҙ

❗ Кеше өшөгән ваҡытта һәм туңғанда тәүге стадияла ғына үҙ аллы ярҙам итергә мөмкин. Икенсе стадияла, йәғни тирелә ҡанлы ҡыуыҡтар барлыҡҡа килгәндә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк

❌ Нимә эшләргә ярамай?

- Туңған урындарҙы ҡар менән ышҡырға ярамай – капиллярҙарҙы зарарларға һәм тирелә бәләкәй яралар ҡалдырырға мөмкин

- Аяҡ-ҡулды эҫе һыуҙа йәки ут янында тиҙ арала йылытырға ярамай – был осраҡта тромбтар барлыҡҡа килә, туҡымаларҙың тарҡалыу процесы көсәйә

- Майҙар, маздәр һәм кремдар ҡулланыу тыйыла

- Алкоголь эсергә ярамай, сөнки тәүҙә ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, әммә ваҡыт үтеү менән улар ҡабаттан ҡыҫыла. Өҫтәүенә, спиртлы эсемлектәр йылытмай

Автор:
Читайте нас