Новости
23 Декабрь 2024, 13:09

Республикала мәктәп автобусы бензовоз менән бәрелешкән

Балтас районының Ташлыйылға ауылы янында 17 уҡыусыны алып китеп барған автобус юл-транспорт ваҡиғаһына осраған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул бензовоз менән бәрелешкән.

Республикала мәктәп автобусы бензовоз менән бәрелешкәнРеспубликала мәктәп автобусы бензовоз менән бәрелешкән
Республикала мәктәп автобусы бензовоз менән бәрелешкән

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, өс бала, өс өлкән кеше дауаханаға оҙатылған.

«Бензовоз водителе зыян күрмәгән. Башҡа балаларҙы ата-әсәләре килеп алған. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре эшләй», — тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

 

Фото:Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы

Автор:Иван Вавилов.
Читайте нас